Эльбрусҡа тиклем внедорожникта. Башҡортостан эҙәрмәндәр берләшмәһенә Президент гранттары фонды ярҙамы менән ике автомобиль тапшырылды. Автопарктың яңырыуы «Болоттар өҫтөндәге фронт» тип исемләнгән хәрби-тарихи фестивалдә лайыҡлы сығыш яһау мөмкинлеге бирәсәк. Яҡташтарыбыҙ Европаның иң бейек нөктәһендә һуғыш осоронда хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың кәүҙәләрен табырға ниәтләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Яңы внедорожник менән газель асҡыстарын алғас, эҙәрмәндәр ҡанатланып киткәндәй булды. Оло юлға, Кавказға сығыр алдынан көтөлмәгән бүләк. Быға тиклем яҡташтарыбыҙ «УАЗ» буханкаһында йәмәғәт эшен алып барһа, хәҙер техника күпкә ҡеүәтлерәк. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, автопарктың яңырыуы - Башҡортостанда эҙәрмәндәр хәрәкәтен үҫтерергә ярҙам итәсәк.
Эҙәрмәндәр яңы транспорт сараларында Ҡарасәй-Черкес менән Ҡабарҙы-Балҡар республикаларына сәйәхәткә сығырға әҙерләнә. Унда «Болоттар өҫтөндәге фронт» тип исемләнгән хәрби-тарихи фестиваль ойошторола. Быйыл илдең егерме төбәгенән хәрәкәт ағзалары ҡатнаша. Эльбрусҡа күтәрелеү планлаштырылған. Дүрт мең метрҙан ашыу бейеклектә эҙәрмәнлек эше алып барыласаҡ. Һуңғы биш йылда ғына күләмле сара сиктәрендә утыҙҙан ашыу һалдат кәүҙәһе табылып, уларҙың дүртеһенең исеме асыҡланған.
Карелиянан Ҡырымға тиклем - республика эҙәрмәндәре быйыл илдең ике тиҫтәгә яҡын төбәгендә булған. Яңы автомобилдәр менән география тағы ла киңәйер тип көтөлә. Махсус ҡорамалдар, йөк ташыуҙа уңай шарттар.
Эҙәрмәндәр өсөн һәр секунд ҡәҙерле. Оҙон юл, ҡаҙыныу эштәре уларҙы ҡурҡытмай, ер аҫтында ҡалған билдәһеҙ һалдат исемдәрен, яҙмыштарын асыҡлау теләге менән яна улар.
Башҡортостан эҙәрмәндәр берләшмәһе «Болоттар өҫтөндәге фронт» хәрби тарихи фестивалендә август аҙағына тиклем ҡатнаша. Унан һуң яҡташтарыбыҙ яңы машиналарҙа Луганскиға экспедицияға юллана.Легендар генерал, Рәсәй геройы Миңлеғәли Шайморатовтың һуңғы алыш юлын ентекле өйрәнеү маҡсаты ҡуйылған.
Гөлназ Хәйбуллина






