Башҡорт дәүләт университеты студенттар өсөн туризм программаһында ҡатнаша

Уҡыусы йәштәргә тәғәйенләнгән проект тотош Рәсәй күләмендә эшләй башланы. Ул эске туризмды үҫтереү мөмкинлеге бирә. Программа Президент Владимир Путиндың башланғысы. 15 июлдән 25 авгусҡа тиклем Студтуризм нөктә рф сайтында мөрәжәғәт ҡалдырған йәштәр проектта ҡатнашҡан юғары уҡыу йортон барып күрә ала.

Улар төбәктәге ҡыҙыҡлы маршруттар буйлап үтә, урындағы тарихи урындар менән яҡындан таныша. Мәҙәниәт усаҡтарында тамашалар ҡарай. Иң мөһиме, сәфәр хаҡы йәштәр өсөн ҡулай. Әле үк ике тиҫтәнән ашыу студент турист Башҡорт дәүләт университетына килергә теләк белдергән.

Фото №1 - Башҡорт дәүләт университеты студенттар өсөн туризм программаһында ҡатнаша

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ