Бөгөн бөтә донъяла мосолмандар Ҡорбан Ғәйетен билдәләне

Республикала төп байрам саралары «Ләлә» мәсетендә ойошторолдо. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин байрам вәғәзен уҡып, халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте, ҡорбан салыу әһәмиәте хаҡында һөйләне.

Иман йортонан тура трансляция Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм федераль каналдан күрһәтелде. Дин юлындағыларҙы берләштереп, изге эштәргә, миһырбанлыҡҡа әйҙәүсе байрам барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Ураҙа ғәйетенән һуң етмеш көн үткәс, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы уҙғарыла. Башҡортостан иман йорттары изге ниәттәгеләрҙе ҡабул итә. «Ләлә» мәсете алдында ғәҙәттәгесә иртәнге сәғәттәрҙән үк намаҙлыҡтар йәйелә башланы. Халыҡ Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың ҡотлау һүҙҙәрен тыңларға ашыҡты. «Ҡорбан килтереү - һәр хәлле мосолмандың изге бурысы, сауаплы эш,»-тине ул үҙ сығышында.

Мәсеткә йөҙ кешенән күберәк индермәйҙәр. Асыҡ һауала ла битлектә булыу, социаль дистанция һаҡлау талап ителә. Шулай ҙа ни тиклем генә санитар-эпидемиологик талаптар көсәйтелеп, сикләүҙәр индерелмәһен, иман йорто янында күңелдәр асылды. Төрлө милләт халыҡтарын берләштергән байрам ойошҡан үтте. Иң мөһиме – изге эштәр ҡылыуға йөрәк түрендә сикләүҙәр юҡ.

Мәсеттә намаҙ уҡылып, тәҡбирҙәр әйтелде, Ҡөръән сүрәләре башҡарылды. Мәрхәмәтлек, шәфҡәтлек төшөнсәләре яҡтыртылды. Ҡорбан салып, мохтаждарға ярҙам итер, гонаһтарҙан таҙарыныр, иманды байытыр мәл. Байрам майҙанына йыйылыусылар ҙа дин юлында булыуҙан рухи көс алыуын билдәләне.

Ҡорбан Ғәйетендә генә түгел, ғүмер буйына ризыҡ, яҡшы һүҙ, ғилем, көс менән дә уртаҡлашыу мотлаҡ. Мохтаждарҙы ситләтмәй, уларға ярҙам ҡулы һуҙыу – һәр хәлле кешенең ҡулынан килә. Ә инде теләктәр уртаҡ.

Коронавирус пандемияһы хаж ҡылыуҙы ла ситләтте. Әммә баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин билдәләүенсә, был ваҡытлыса ғына ҡаршылыҡтар. Сабыр булыу мотлаҡ. Сәғүд Ғәрәбстанында быйыл алтмыш мең кеше генә изге урындарҙа ғибәҙәт ҡыла, барыһы ла короллектә йәшәүселәр. Уларға вакцинация үтеү ҙә талап ителгән.

Хаж ҡылыу ҡорбан салыу кеүек хәленән килгән һәр мосолмандың изге бурысы һанала. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация ярҙамында донъя кимәлендә коллектив иммунитет булдырылғас та, Мәккәгә юл асылыр тип көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ