Ток һуҡҡандан һуң ҡул суғын юғалтҡан малай иҫенә килгән!

Ул туғандары менән телефон аша һөйләшә алды. Әммә баланың хәле ауыр тип баһалана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бәхетһеҙлек осрағы Туймазы районының Балтай ауылында теркәлде. Дуҫтары менән уйнап йөрөгән малай электр трансформаторына эләккән тубын алам тип , 10 мең вольтлы токка һуға. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Был кадрҙарҙа күңелһеҙ ваҡиғаның эҙемтәләре күренә.10 йәшлек Илназ Дәүләтов электр трансформаторына менеп 10 мең вольтлы токка һуғыла. Уның иҫән ҡалыуы мөғжизәгә тиң. Хәүефле конструкцияға балалар уйнаған туп эләгә. Илназдың дуҫтары әле булһа ла тыныслана алмай. Нәҡ улар урындағы шәфҡәт туташын саҡырып, беренсе ярҙам күрһәтә ала.

Малайҙы дауаханала тикшергәндән һуң, ҡул суҡтары ныҡ зарарланыуы асыҡлана. Табиптар уны ампутациялай, бала өс операция кисерә һәм әле Өфөләге 18-се дауахананың тән бешеүен дауалау үҙәгендә ребилитациялана. Реанимацияла булыуына ҡарамаҫтан, Илназға ғаиләһе менән телефон аша һөйләшергә рөхсәт итәләр.

Дәүләтовтарҙың ғаиләһендә ете бала тәрбиләнә. Илназ уларҙың кинйәһе. Малайҙың хәлен белеп килер өсөн кәрәкле әйберҙәр күптән әҙер, ата-әсә Өфө табиптарынан шылтыратыу ғына көтә. Ғаилә осраҡ буйынса ғәйепләнеүсене эҙләмәй. Иң мөһиме, башҡа бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн урындағы хакимиәттән трансформаторҙы кәртәләргә, йәки бейек бағаналарға урынлаштырырға һорай.

Бәхетһеҙлек осрағының сәбәптәрен бар нескәлектәрен асыҡлау маҡсатында тәфтишселәр тикшереү уҙғара. Зыян күргән малай оҙайлы реабилитацияға әҙерләнә.

8 937 353 66 30 (ЗӨЛФИӘ ШАМИЛ ҠЫҘЫ)

Илназдың яҙмышы тураһында бар ауыл халҡы борсола. Район кимәлендәге наградалар яулаған малай төрлө олипиадалар призеры була, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Аяҡҡа баҫыу өсөн ике ай самаһы ваҡыт үтәсәк. Дәүләтовтар ғаиләһенә һәр кем ярҙам итә ала.

Илназдың әсәһенең телефон һандарын экранда күрәһегеҙ, ул һаҡлыҡ банкына ла бәйле. Телефон сигналы ауылда юҡ, шуға күрә зыян күресенең ғаиләһе менән Ватсап селтәре аша бәйләнешкә сығырға мөмкин.

Фото №1 - Ток һуҡҡандан һуң ҡул суғын юғалтҡан малай иҫенә килгән!

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ