Күмертау ҡала архивының Бөйөк Ватан һуғышы башаныуға 80 йыл тулыуға арнап ойоштролған проекты шулай тип атала. Хәтер акцияһы сиктәрендә теләгән һәр кем ветерандар, атай-олатайҙары һәм туғандарының һуғыш тураһында хәтирәләрен аудиоформатта яҙҙыртып архивҡа тапшыра ала. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.
939-сы уҡсылар полкының взвод командиры Шакир Бәшировтың һуғыш тураһында хәтирәләре Күмертау ҡала архивында һаҡлана. Музей коллективы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының хәтирәләре һәм фотоһүрәттәрен туплау менән Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығы уңайынан шөғөлләнә башлаған. Был эш бөгөн дә дауам итә.
Беҙҙең коллекция Рәсәй архив фондына инә. Унда фронттан яҙылған хаттар айырым урын алып тора. Архивсылар көсө менән фронтовиктарҙың анкеталарын да тултырҙыҡ, улар 200-ҙән ашыу. «Һуғыш тураһында тере юлдар проекты ошо документтар нигеҙендә ойошторолдо.
Акцияның маҡсаты – ҡала халҡын һуғыш шаһиттары менән таныштырыу. Проектҡа ҡала йәмәғәтселәре лә йәлеп ителә. Еңеү ирекмәндәре көсө менән тупланған документтар һуғыш йылдары ваҡиғаларын ҡайтанан тергеҙергә һәм фронтҡа китеүселәрҙең уй-кисерештәрен сағылдырырға ярҙам итә.
Был проект ярҙамында беҙ йәш быуынға социаль селтәрҙәр аша һуғыш тураһында күберәк мәғлүмәт бирергә тырышабыҙ. Музей хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр уҡыуында 20-ләп хәтирә тупланыҡ.
Тарихты белмәй тороп киләсәкте лә төҫмөрләп булмай. Күмертауҙа йәш быуынды патриотик рүхта тәрбиәләү үҙ һөҙөмтәләрен бирә башлаған да инде. Башҡортостанда үткән «Беҙ Бөйөк Еңеүҙең йылъяҙмасылары» һәм «Минең ғаиләм тарихы архив документтарында» ғилми-тикшеренеү генеалогик эштәр конкурстарында Күмертау уҡыусылдары еңеүсе урындар яулаған.
Ғилми эштәр конкурсында Күмертауҙан 13 автор ҡатнашһа, уларҙың 8-ҙе махсус сертификаттар менән билдәләнгән. Архивта шанлы һәм данлы йылдар хәтирәләрен йыйыу бөгөн дә дауам итә. Аудиояҙмаларҙы 3 сентябргә тиклем тапшырырға мөмкин.
Гөлдәриә Йосопова




