Сибай филармонияһын төҙөкләндереү 30 сентябргә тулыһынса тамамланырға тейеш

Бина янғындан һуң капиталь ремонт үтә. Төҙөлөш эштәре 2019 йылдың февралендә үк башланғайны.

Быға тиклем объектты тапшырыу ваҡыты кисектерелеп килде. Ошо ваҡыт эсендә филармонияның эске өлөшө тулыһынса яңыртылды. Ампир стилендә төҙөлгән тышҡы яҡының ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге һаҡланыуы мөһим.

Беренсе ҡатта иркен ял итеү залы, шулай уҡ яңы оҫтахана һәм грим бүләмәләре урын алған. “Сулпан” балалар театр студияһы ла бында урынлашасаҡ. Улар өсөн 98 урынға иҫәпләнгән бәләкәй тамаша залы һәм хореография бүлмәһе төҙөлгән.

Әлеге ваҡытта ҡыйыҡ ҡапланған, тышта яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған һәм биләмә тәрипкә килтерелгән. Филармония эсендә беренсе һәм икенсе ҡат интерьеры тулыһынса әҙер. Эшселәр сәхнәне йыя, йыһаздарҙы урынлаштыра.

Владислав Батурин , төҙөүселәр төркөмө етәксеһе
Фото №1 - Сибай филармонияһын төҙөкләндереү 30 сентябргә тулыһынса тамамланырға тейеш

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ