Инцидент. Кәртә ҡуйылды, водителдәр тәртип боҙмаясаҡ

Өфөнөң Октябрь районында йәшәгән Алина Хәмитова социаль селтәрҙә ошондай мөрәжәғәт ҡалдырған.  “Хәйерле көн! Өфөнөң Академик Королев урамында ошондай проблема бар. Бында ҡыш та, йәй ҙә бер үк күренеш. Тротуар хәҙер “туҡталҡаға” әйләнде. Ҡыш көнө кешеләргә йөрөр урын да юҡ. Машина килә икән, балалар арбаһы менән бергә көрткә сумырға тура килә. Йәй көнө лә йәйәү йөрөү проблема. Унда юл да һалынманы. Фотоһүрәттә барыһы ла күренә”...

Фото №1 - Инцидент. Кәртә ҡуйылды, водителдәр тәртип боҙмаясаҡ

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәил Мирхәйҙәров белдереүенсә, Академик Королёв урамындағы биләмә тикшерелгән. Был участкала кәртәләр ҡуйырға хәл ителгән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, машиналар үтмәһен өсөн ярымшарҙар урынлаштырылған.

Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

Фото №2 - Инцидент. Кәртә ҡуйылды, водителдәр тәртип боҙмаясаҡ

#Инцидент #ЦУР #Башкортостан 

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ