Вирус таралған һайын уның төрҙәре арта. Киләһе йылдың йәйенә тиклем донъя халҡының өстән ике өлөшөн вакциналау пандемияны туҡтатырға, иҡтисадты йәнләндерергә мөмкинлек бирә ти ойошма белгестәре. Башҡортостанда әле прививкалауҙың беренсе этабын 800 мең кеше үткән, 500 мең кеше тулыһынса вакцина алған.






