Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала халыҡтан 3 мең 300-ҙән ашыу мөрәжәғәтте эшкәрткән

Фото №1 - Республика менән идара итеү үҙәге уҙған аҙнала халыҡтан 3 мең 300-ҙән ашыу мөрәжәғәтте эшкәрткән

Һорауҙар “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша ҡабул ителә. Халыҡты күберәк коронавирустан вакциналау мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Белгестәргә 1 мең 700-ҙән ашыу мөрәжәғәт ошо мәсьәләгә бәйле булған. Биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар һәм социаль яҡлауға бәйле һорауҙар ҙа ҡабул ителгән. Июль башы менән сағыштырғанда, халыҡтан мөрәжәғәттәр кәмеүе күҙәтелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ