“Иғтибар юлға!” Республикала социаль кампания башланды

Фото №1 - “Иғтибар юлға!” Республикала социаль кампания башланды

Уны юл хәрәкәте буйынса дәүләт автоинспекцияһы ойоштора. Быйыл Башҡортостан юлдарында балалар ҡатнашлығында 219 авария теркәлгән. 13 кеше һәләк булған, 250-гә яҡыны имгәнгән. Эксперттар әйтеүенсә, бәлиғ булмағандарҙың үлемендә өлкәндәр ғәйепле. “Иғтибар юлға!” акцияһы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһын да яуаплы булырға өйрәтеү масҡатында уҙғарыла.   

Йыш ҡына велосипедсылар юл аша сыҡҡанда һаҡһыҙ ҡылана. Мәҫәлән, урындарынан төшмәй юлды сыға. “Был ҙур хата”, - ти автоинспектор Ленар Зиннуров.

“Иғтибар юлға!” Республикала социаль кампания башланды

Автоинспекторҙар ата-әсәләрҙе шәхси өлгө күрһәтергә, балаларға юлдағы хәүефле мәлдәрҙе аңлатырға саҡыра.

#гибдд #вниманиедорога #дети

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ