11 майҙа Ҡазан мәктәбендә уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға ҡаршы һуғыш ойошторған Илназ Ғәләүиевта экспертиза баш мейеһе сире булыуын дәлилләй. Был турала "Газета ОНК" сайты яҙа. Ул психиатр һәм наркологта иҫәптә тормаған. Егет хөкөм ителмәй, мәжбүри дауалауға ебәрелә.






