Башҡортостанда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса 1 млрд ярым һум тотонола

Фото №1 - Башҡортостанда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса 1 млрд ярым һум тотонола

Был аҡсаға социаль объекттар, йорттар төҙөлә, юлдар һалына, яңы эш урындары булдырыла. Былтыр республикала федераль программа буйынса 840 ғаилә яңы йортло булды. Белгестәрҙе ауылға йәлеп итеү өсөн  торлаҡ төҙөлөшө ҙур әһәмиәткә эйә. Йәрмәкәйҙә күптән түгел 24 ғаиләгә иҫәпләнгән күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Ауылдарҙа башҡа мөһим объекттар ҙа төҙөлә. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Энже Шафиҡова дауам итә.

Башҡортостанда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса 1 млрд ярым һум тотонола
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ