Өс кешенең ғүмере өҙөлгән участкала юл һыҙатында етешһеҙлектәр барлығы асыҡланды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Әлшәй районында июнь айында теркәлгән авария һөҙөмтәһендә КАМАЗ һәм Лада Калина бәрелелеүе арҡаһында теркәлгән аварияла еңел автомобиль пассажирҙары, шул иҫәптән 13 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән.

Юл хәрәкте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары авария булған урында тейешле үлсәүҙәр башҡарҙы. Юл өсөн яуаплы юридик шәхес административ яуапҡа тарттырыласаҡ. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова

Был ҡорамал ярҙамында асфальттың йәбештереү коэфициенты үлсәнә. Дәүләт автоинспекторҙары автомобиль юлының тайғаҡлығын тикшерә.

Үлсәүҙәр бер-нисә нөктәлә башҡарыла. Был 30 -сы июндә Шишмә -Ҡырғыҙ-Миәкә юлында теркәлгән фажиғәле авария урыны. Лада Калинаға ҡаршыға килгән прицеплы КАМАЗ бәрелә. Был юл фажиғәһендә өс кешенең, шул иҫәптән 13 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Был участка өсөн яуаплы ойошма – республика юл хужалығы идаралығына етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында бөтөрмәгән өсөн өҫтәмә яза ла бирелеүе ихтимал

Константин Строкин, Әлшәй районының юл төҙөлөшө идаралығы баш инженеры

Был участкала соҡор ремонты ла талап ителмәне. Яҙҙан юл ситтәре рәткә килтерелә. Ҡырсынташ асфальт сигенә тиклем эттерелә. Урыны менән кәлиә норманан бер сантиметрҙан ашыу күрһәтте.

Өс кешенең ғүмере өҙөлөүгә сәбәпсе булған ваҡиғаға әлегә нөктә ҡуйылмаған. Был осраҡта ғәҙеллек суд аша билдәләнәсәк.

Фото №1 - Өс кешенең ғүмере өҙөлгән участкала юл һыҙатында етешһеҙлектәр барлығы асыҡланды

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ