Баш ҡала халҡы йәнә һауала насар еҫ сығыуға зарлана

Уҙған тәүлектә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына дәғүәләр белдереп 90 кеше мөрәжәғәт иткән. Ваҡиға урынында күсмә лаборатория эше ойошторолған.

Тикшереүгә ярашлы, һауа составындағы күрһәткестәрҙә хәүефле матдәләр табылмаған, әммә көкөрт водороды норманан юғары булыуы асыҡланған.

Бөтә лаборатор күрһәткестәр Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығына ентекле анализға тапшырылды. Уның һөҙөмтәләре нигеҙендә һауаны таҙартыу буйынса саралар ойоштороласаҡ тип көтөлә.

Фото №1 - Баш ҡала халҡы йәнә һауала насар еҫ сығыуға зарлана

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ