Коронавирустың дельта вариантынан да хәүефлерәк штамы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Был турала Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы етәксеһе Тедрос Гебрейесус белдерҙе. Вирус нығыраҡ таралған һайын уның хәүефе лә арта. Шуға ауырыуға ҡаршы прививка эшләтеү мөһим тип белдергән Халыҡ-ара ойошма етәксеһе.

Уның фекеренсә, 2022 йылдың йәйенә донъя дәүләттәрендәге халыҡтың 70 процентын вакциналау ауырыуҙы еңергә һәм иҡтисадты ҡайтанан тергеҙергә мөмкинлек бирәсәк. Әле республика ойошма-предприятиеларында мобиль вакциналау пункттары эшләүен дауам итә.

Өфө икмәк заводында тәүлек әйләнәһенә эш тынмай. Йәнлелек бигерәк тә иртәнге сәғәттәрҙә ныҡ күҙгә салына. Ҡамыр, кондитер ризыҡтары бер-бер артлы бешерелеп, шунда уҡ машиналарға тейәлә һәм артабан республика кибеттәренә оҙатыла. Предприятиела хәүефһеҙлек сараларын да онотмайҙар. Бөгөн хеҙмәткәрҙәр вакцинаның икенсе компонентын ҡаҙатты.

Көн ҡаҙағындағы мәсьәлә предприятие етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Шуға ла прививка яһатыу өсөн мобиль пункт завод эсендә үк ойошторолған. Әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең 60 проценты ковидҡа ҡаршы вакцина эшләткән.

Күпселек педагогтар ҙа вакцина яһатыуҙы ыңғай ҡабул итә. Сөнки, битлек кейеп аңлатҡан дәресте уҡыусылар тулыһынса үҙләштереп бөтмәй. Йәш быуынға белем биреүселәр коллектив иммунитет ярҙамында ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин тигән фекерҙә. Өфөнөң 61-се мәктәбендә мәҫәлән, 56 уҡытыусының 47-һе прививка эшләткән.

Вакцина эшләү баш ҡала һәм республиканың төрлө ойошма-предприятиеларында алып барыла. Көн һайын тиерлек клиенттар менән осрашҡан хеҙмәткәрҙәргә лә прививка яһатыу берҙән-бер хәүефһеҙлек сараһы тип билдәләнә. Ҡыҙғанысҡа, коронавирис статистикаһы аяуһыҙ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле тәүлегенә 250 кеше Ковид-19 вирусы йоҡтора, пандемия ҡорбандары һаны 700-ҙән ашты.

Фото №1 - Коронавирустың дельта вариантынан да хәүефлерәк штамы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ