Төбәктә коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация дауам итә

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холы майҙанында ойошторолған вакцинация пунктында көнөнә мең ярым кешегә прививка эшләү мөмкин. Бында мөрәжәғәт итеүселәр, ҡала үҙәгендә сиратта тормайынса ғына вакцина яһатыу тиҙ һәм уңайлы, тип билдәләй.

Республикала барлығы 178 вакцинация пункты эшләй. Улар поликлиникаларҙа һәм ҙур сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан.

«Торатау» конгресс-холындағы вакцинация пунктында Башҡортостандың элекке баш автоинспекторы, отставкалағы полиция полковнигы Динар Ғилметдинов та прививка яһатты.

Башҡортостандың Юл хәүефһеҙлеге хәрәкәте инспекцияһы идаралығын оҙаҡ йылдар етәкләүсе полковник вакцинаның икенсе компонентын эшләтте. Динар Заһит улы, прививканы яҡындарын һәм башҡа кешеләрҙе инфекциянан һаҡлау өсөн яһаттым, тип уртаҡлашты.

Фото №1 - Төбәктә коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ