Республика баҫыуҙарында эштең ҡыҙыу мәле

38 район аграрийҙары ужым культураларын урып-һуғыу меннә шөғөлләнә. Быйылғы ҡоролоҡҡа бәйле, күп кенә райондарҙа уңыш уҙған йылдар менән сағыштырғанда әҙерәк буласаҡ тип көтөлә. Иглин районы хужалыҡтарында ужым культуралары йыйыу тамамланып килә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Баҫыу эшсәндәренә йәйҙең һәр минуты ҡәҙерле. Иглин районы аграрийҙары ла иртә таңдан алып кискә тиклем уңыш йыйыу менән мәшғүл. «Агро яҙ» хужалығында уңыш насар түгел - гектар ҡеүәте 25 центнерға етә.

250 гектар майҙанда ужым культураһын йыябыҙ, бер-ике көндән рапс, ҡара бойҙай баҫыуҙарында ла эш башларбыҙ тип уйлайым. Көндәр эҫе торһа ла уңыш насар түгел, уртаса күрһәткестәргә ирешербеҙ тип өмөт итәбеҙ.

Леонид Васильев, «Агро яҙ» хужалығы комбайнсыһы

Иглин районының 28 хужалығына ҡараған баҫыуҙарҙа урып-йыйыу кампанияһы йылдам бара. Эшселәр аяҙ көндәрҙе файҙаланып ҡалып, уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға ниәтләй. Дөйөм алғанда, район буйынса 11 мең гектарҙа төрлө культуралар сәселгән.

Әле баҫыуҙарҙа ҡеүәтле техника тауышы тынғаны юҡ. Яуаплы осорҙа аграрийҙар көсөргәнешле режимда эшләй. Бәхеткә, районда ҡоролоҡ эҙемтәләре әллә ни һиҙелмәй. Эҫем, Ҡариҙел йылғалары яҡын булыуы һәм тупраҡтың дымлы тороуы үҙенекен итте.

Район буйынса мал аҙығын әҙерләү эштәре лә өҙлөкһөҙ дауам итә. Былтырғы запастар булыуға ҡарамаҫтан, һаҡлағыстарҙы 100 процентҡа тиклем тулыландырыу маҡсаты ҡуйыла. Дөйөм алғанда, республика аграрийҙары алдында 3 миллион гектарҙан ашыу майҙанда ураҡ эштәрен атҡарыу бурысы тора.

Фото №1 - Республика баҫыуҙарында эштең ҡыҙыу мәле

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ