Иртә яҙҙан Өфөнөң Дим районынында «Йәшел Башҡортостан» экологик хәрәкәте ағзалары тарафынан 128 ағас ултыртылған булған. Уларҙың 25-е йәйге селләнән зыян күргән.
Юл хеҙмәте иртәле-кисле автобактан шланг менән һыу һибеп, ағас төптәрен дымландырып тора. Яңы ултыртылған парк биләмәһе тирәләй махсус транспорт ярҙамында яһалма ямғыр булдырыу ҙа ҡаралған.
Шулай уҡ һәр ағас төбөнә минераль ашламалар һибеү башҡарылған. Дим районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, ҡороған 25 төп ағас урынына көҙөн бағыусылар ярҙамы менән яңылары ултыртыласаҡ.
Гүзәл Борханова




