Һыу – йәшәү сығанағы. Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында урындағы фермер халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Ауыл халҡының ҡыуанысын БЮТ каналының ижади төркөмө уртаҡлашты.
Анатолий Новиков Урғаҙа ауылында тыуып үҫә, ауылдағы һыу проблемаһы уны күптән борсой. Халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында ул ауыл хакимиәте менән кәңәшләшкәндән һуң Ҡарамалы быуаһы янында ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра.
Бар эштәр ыңғай бара. Һыу ҙа 10 метр тәрәнлектән сыға. Хәҙер урындағылар һыуҙы тик ошо ҡоҙоҡтан ғынаала. Тәмле лә, йомшаҡ та, тип ҡыуана улар.
Борондан кешеләр һыу сығанаҡтарын күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Урғаҙалар был «Бәхет шишмәһенең» дә тирә яғын йәшелләндергә һәм тәртиптәтоторға ниәтләй. ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыусыға һыу алған һайын әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре тик сауап булып ҡына ҡайтһын.






