Радий Хәбиров Башҡортостан павильонын ҡараны. Ҡеүәтле дәүләт корпорацияларына ингән республика предприятиеларының продукцияһы менән танышты. Бөгөн шулай уҡ республика өсөн мөһим бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Күмертауҙа йыйылған КА-32 вертолеты авиасалонда тәүге тапҡыр. Шуға ла уға иғтибар ҙур. Яңыртылған осоу аппаратының пилот кабинаһына күптәр үтергә теләй. Башҡортостан башлығы ла штурвалға ултырыу форсатын ҡулдан ысҡындырманы.
Яңыртылған вертолет йөк ташыу һәм эҙләү эштәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Авиасалонда ветолетты Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына һатып алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Осоу аппаратын урман янғындарын һүндереү маҡсатында ла ҡулланырға мөмкин.
Жуковскийҙа Башҡортостанға «Ансат» вертолеттарын тапшырыу тураһында ла килешелде. Заманса осоу аппараты республиканың санитар авиация паркын тулыландыра.
Башҡортостан өсөн халыҡ-ара «Макс» авиасалонында ҡатнашыу быйыл икеләтә әһәмиәтле. Республика яңыртылған осоу аппаратын ғына тәҡдим итеп ҡалманы. Тәүге тапҡыр ҙур форум майҙанында Башҡортостандың стенды урынлаштырылды. Унда бер нисә предприятие тәҡдим ителде. Сығымдар иһә федераль ҡаҙнанан ҡапланды.
Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров төп күргәҙмә комплекстарын ҡараны. «Технодинамика» концерны павильонында туҡталды. Башҡортостанда уның составына авиация сәнәғәте өсөн мөһим алмаш өлөштәр етештергән бер нисә предприятие инә.
Рәсәйҙә йыйылған һәр самолет һәм вертолетта Башҡортостанда эшләнгән өлөштәр бар, тип билдәләне республика башлығы. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ҡараған «Берҙәм двигателдәр эшләү корпорацияһы» шуға асыҡ миҫал.
Йыһан һәм авиация салонында бишенсе быуын СУ-57 хәрби самолеттары тәҡдим ителде. Уларҙы һауаға күтәргән двигателдәр ҙә тап Өфөлә йыйыла.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикаға граждандар авиацияһын үҫтереү федераль программаһына инеү бурысы ҡуйылған. Яңы модель самолет һәм вертолеттарҙы уйлап табыу һәм йыйыуҙа ҡатнашыу Күмертау авиация етештереү берекмәһен тиҫтәләрсә йылға эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Рафиҡ Әхмәтшин




