Был тема Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, быйыл 11 бала батып үлгән. 10 фажиғә балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу, рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү менән бәйле. Ирек Сәғитов ауыл һәм ҡала башлыҡтарына халыҡ һыу ингән урындарҙы асыҡлау, хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса эште көсәйтергә ҡушты.






