Ауыл хужалығы. Башҡортостанда ураҡ ҡыҙа

Фото №1 - Ауыл хужалығы. Башҡортостанда ураҡ ҡыҙа

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 40 районда ашлыҡ уралар, әлегә 224 мең тонна уңыш йыйып алынған. Ужым гектарынан уртаса 18,2 центнер уңыш бирә. Саҡмағош, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы хужалыҡтарында күрһәткестәр айырыуса юғары .

Иглин баҫыуҙарында ла урып-йыйыу кампанияһы йылдам бара. Хужалыҡтар аяҙ көндәрҙе файҙаланып ҡалып, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға ниәтләй, ти райондың баш агрономы Миңлеәхмәт Хәлитов.

Ауыл хужалығы. Башҡортостанда ураҡ ҡыҙа

Башҡортостанда"Баҫыу көнө” кәңәшмәләре уҙа. Был сара республикала 5 зонала үтә. Уларҙың һәр береһендә культураларҙы үҫтереү, иген сорттары, сәсеү һәм уңыш йыйыу буйынса үҙенсәлектәр бар. Тәүге семинарҙар Ҡалтасы һәм Әлшәйҙә үтте, иртәгә урман- дала райондары өсөн Ҡырмыҫҡалыла ойошторола.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ