Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле 629 кеше дауаханаға һалынған, 2 мең 241 кеше ауырыуҙы еңел үткәрә. Һуңғы тәүлектә 276 пациент һауыҡҡан, 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Республикаға 1 миллионға яҡын доза вакцина килтерелгән. 845 меңгә яҡын кеше прививканың беренсеһен, 531 меңдән ашыуы икенсе компонентын эшләткән.






