Көндөҙгө сәғәттәрҙә Башҡортостанда кинәт һауа торошо үҙгәрҙе

Селлә дауыл килтерҙе. Көндөҙгө сәғәттәрҙә Башҡортостанда кинәт һауа торошо үҙгәрҙе. Ҡойма йәшенле ямғыр һәм дауыл эҙемтәләре Өфө ҡалаһы, уның эргәһендәге ауыл һәм биҫтәләрҙә күҙәтелде.

Йәшен уҡтары Өфөнөң Калинин районындағы Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан йортҡа төшөү һөҙөмтәһендә ике ҡатлы ағас йортта янғын сыҡты. Ут тиҙ арала һүндерелде, кеше ғүмерҙәренә зыян килмәне.

Ошондай уҡ хәл Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында ла теркәлде. Коттежд ҡаласыҡтарының береһендә урынлашҡан йортҡа йәшен уҡтары төшөп ут сыҡты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булыусылар юҡ.

Иглин районы үҙәгендә көслө ел һөҙөмтәһендә ағастар ауҙы. Яҡшылап беркетелмәгән ҡыйыҡтар аҡтарылды. Ғәрәсәт һөҙөмтәһендә электр сымдары өҙөлдө. Ағас олондары юл ситендә торған автомобилдәр өҫтөнә ауҙы. Районда дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш тә әүҙем ойошторолдо. Коммуналь хеҙмәттәр дауыл тыныу менән урамдарҙы йығылған ағастарҙан һәм ҡыйыҡ конструкцияларынан таҙартыуға кереште.

Фото №1 - Көндөҙгө сәғәттәрҙә Башҡортостанда кинәт һауа торошо үҙгәрҙе

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ