Был минуттарҙа Өфөнөң Киров районында “Һуғыш балалары” сәғәте башланып тора

Фото №1 - Был минуттарҙа Өфөнөң Киров районында “Һуғыш балалары” сәғәте башланып тора

Ул баш ҡаланың Аксаков исемендәге баҡсаһында үтә. Сарала Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тарихы тураһында һөйләшеү була. Һуғыш балаларына танытма тапшырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө илдең өсөнсө баш ҡалаһы тип билдәләнә. “Беҙ ҡалабыҙ менән ғорурланырға, уның тарихын йәш быуынға өйрәтергә бурыслы”, - ти тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.

Был минуттарҙа Өфөнөң Киров районында “Һуғыш балалары” сәғәте башланып тора

Республикала “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән фильм төшөрөлдө. Бөгөн картина Иглин районында күрһәтелде. Уны “Башҡортостан” киностудияһына ҡараған 30-ға яҡын кинотеатр экранына сығарыу планлаштырыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ