Әлшәй районында Баҫыу көнө уҙҙы

 Күсмә семинар-кәңәшмә барышында «Раевка» ауыл хужалығы предприятиеһының ҡеүәтле комбайндары ужым арышын һуғыуға төштө. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә заманса техника ярҙамында ҙур майҙанда уңыш урып-йыйылды.

«Урып-йыйыу миҙгеле быйыл ғәҙәти булмаған шарттарҙа алып барыла. Юғары уңыш көтмәһәк тә, сифаты яҡшы, шуға ла осһоҙға төшмәһен тиһәгеҙ, игенде һатырға ашығырға ярамай», тип билдәләне телмәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Семинарҙа ҡатнашыусылар Урал алды ялан зонаһында меңдән ашыу тәжрибә участкаһы менән танышты. 16 муниципалитет вәкиленә тәжрибә майҙандары менән танышыу пандемия сикләүҙәренә бәйле, өс төркөмдә үткәрелде.

Баҫыу көнөнә беҙ тәжрибә уртаҡлашырға һәм үҙебеҙҙең ҡаҙаныштарҙы күрһәтергә килдек. Беҙҙең факультет көсө менән был баҫыуҙа 307 тәжрибә майҙансығы үҫтерелде.

Илгиз Аҫылбаев, Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультеты деканы
Фото №1 - Әлшәй районында Баҫыу көнө уҙҙы

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ