Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында урынлашҡан мобиль пунктта бер аҙнала 2 меңгә яҡын кеше коронавирустан прививка яһатҡан. Вакциналау пункты – Волга буйы федераль округында иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә. Бында 10 медицина бригадаһы эшләй. Халыҡҡа волонтерҙар ярҙам күрһәтә. Мобиль пункт етәксеһе Руслан Солтанов һөйләй.
“Торатау” Конгресс-холында урынлашҡан мобиль пунктта коронавирустан прививка яһатыусылар араһында республика шифаханаларына юллама уйнатыла. Вакциналау пункты август аҙағынаса эшләй.






