Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур сараларҙа именлекте тәьмин итеү буйынса ултырыш үткәрҙе

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур сараларҙа именлекте тәьмин итеү буйынса ултырыш үткәрҙе

Терроризмға ҡаршы комиссия һәм төбәктең оператив штаб ултырышында Спорт көрәше буйынса үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге һәм “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионаты финалын уҙғарыуҙа именлек һәм тәртип булдырыу мәсьәләләре ҡаралды. Ике ҙур ваҡиға августа үтә. Бынан тыш, сентябрҙә Дәүләт Думаһы һайлау ойошторола. Быйыл ул өс көн бара. Күмәк кеше ҡатнашҡан һәр сарала именлек һәм хәүефһеҙлек мәсьәләһе – иғтибар үҙәгендә була.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ