Бөгөн Өфөгә эш сәфәре менән үҙәк етәксеһе килде. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф советы ағзаһы профилле класта белем алыусыларҙың уҡыу барышы менән танышты. Юғары уҡыу йорто студенттарының һорауҙарына яуап бирҙе. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Күпселек мәғариф учреждениелары каникулда саҡта Өфөнөң 83-сө инженер лицейында уҡыуҙар дауам итә. Башлыса махсус кластағы уҡыусылар белем эстәй. Бында йәмғеһе ике кабинет нефть-газ технологияларын өйрәнеү өсөн йыһазландырылған. Йәйге уҡыу барышы менән «Сириус» мәғариф үҙәге етәксеһе лә танышты. Газпром-класы уҡыусылары Елена Шмелева алдында шәхси проекттары менән сығыш яһаны.
Был проекттар менән уҡыусылар туранан-тура университет доценты йә профессорына мөрәжәғәт итә ала. Мәктәп партаһында уҡ артабан белемен ниндәй уҡыу йортонда дауам итәсәген билдәләй.
Ошондай уҡ кластар Башҡортостан мәғариф учреждениеларында бармаҡ менән һанарлыҡ булһа ла, бар. Һөҙөмтәһе лә юҡ түгел. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университеты менән икенсе йыл тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Бындай мөмкинлек менән теләге булған һәр уҡыусы файҙалана ала. Тик мәғариф учреждениеһының юғары уҡыу йорто, төрлө ойошма-предприятиелар менән бәйләнеш булдырылыуы мөһим. Елена Шмелева баш ҡаланың төрлө белем биреү учреждениелары менән танышып сыҡҡандан һуң, Башҡортостанда талантлы балаларҙың күплеген билдәләне. Тик уларҙың башланғыстарын хуплау ғына кәрәк, тине ул.
Бөгөнгө осрашыу республиканың «Сириус» мәғариф үҙәге менән ныҡлы бәйләнеш булдырыуға ҡоролдо. Профилле кластарҙың эшләүе генә аҙ. Башҡортостан уҡыусыларына белемен ил кимәлендә һынау мөмкинлеген булдырыу төп мәсьәлә булып ҡала.
Азат Ғәлиуллин




