Башҡортостан Башлығы грантына йортһоҙ ҡалған инвалидтар реабилитациялана

«Ковчег» проекты Иоан Кронштадский исеменә Өфөнөң Крестовоздвиженский храмы ҡарамағындағы йортһоҙҙарға ярҙам итеү үҙәгендә тормошҡа ашырыла. Әлеге ваҡытта үҙәктә 44 кеше, башлыса ир-ат урынлаштырылған. Уларға ике шәфҡәт туташы беркетелгән. Һәр береһенең һаулыҡ, ғаилә хәле хаҡында мәғлүмәт махсус журналға теркәлә.

Инсульт үткәргән, авария һәм ауыр сир һөҙәмтәһендә үҙаллы хәрәкәтләнә алмағандарға грант нигеҙендә дауалау физкультураһы курстары үткәрелә.Әлеге ваҡытта грант аҡсаһына дүрт тренажер алынған, уларҙың икәүһе ҡайтарылған да инде.

Бәләкәй төркөмдәрҙә күнекмәләрҙе Моше Фельденкрайз методикаһы буйынса үткәрәм. Инсульт үткәреүселәр, аварияға тарыусылар оҙайлы күнекмәләрҙән һуң еңеллек тоябыҙ тиҙәр.

Эльза Фәйзуллина, ирекмән, дауалау физкультураһы тренеры

Үҙәктә реабилитация үтеүселәргә йәшәү өсөн ҡасандыр сиркәү ҡарамағында булған бина ҡулайлаштырылған. Улар был бүлмәләрҙә бушлай йәшәй һәм билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем ҡала ала, ти Роман Хәбибуллин. Һаулыҡтары яҡшыраҡ булғандар, түшәктә ятҡан һәм инвалид коляскаһында йөрөгәндәргә ярҙам ҡулы һуҙа.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы грантына йортһоҙ ҡалған инвалидтар реабилитациялана

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ