Сәнәғәт архитектураһы өлгөһө 1916 йылда төҙөлгән. Объект ҡаланың үрге өлөшө һәм янғын һүндереү часын һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланылған. Янғын һүндереүселәрҙең ҡарауыл төркөмө лә уны файҙаланған.
Белореттағы ут сығыу осраҡтары бейектән яҡшы күренгән. 70 йылдарҙа архитектура ҡомартҡыһын һүтеү теләге лә булған. Әммә өлгөрмәй ҡалғандар. Әле һыу башняһы төҙөкләндерелде. Иҙәне, түбәһе һәм стеналары ремонтланды.
Ҡалаға юғарынан ҡараш ташлау өсөн махсус майҙансыҡ тәртипкә килтерелде. Иҙел башының йөҙөк ҡашына әйләнгән архитектура ҡомартҡыһын хәҙер туристар үҙ иткән.
Рафиҡ Әхмәтшин






