Иглин районында кейеҙ һуғыу оҫталары семинары ойошторолдо

Охлебинин ауылы эргәһендә урынлашҡан ял базаһына республиканың төрлө төбәктәренән кейеҙ оҫталары йыйылды. Бынан 20 йыл элек кейеҙ сәнғәте һөйөүселәрҙе «Урал» галереяһы етәксеһе Кәримә Кайдалова «Тамға» проектына берләштергән. Ошо ваҡыттан алып оҫталар даими үткәрелеп торған семинарҙарҙа кейеҙҙән нәфис әйберҙәр, кейем-һалым әүерләү серҙәренә төшөнә.

Был юлы семинарҙа ҡатнашыусылар башҡорт ирҙәренең баш кейеме – ҡолаҡсынды эшләргә йрәнде. Республика халыҡ ижады үҙәгенең башҡорт кейеҙен тергеҙеү башланғысы үҙен аҡлай. Халыҡ оҫталары һәм дизайнерҙар кейеҙҙән заманса стилдә әйберҙәр эшләргә өйрәнә.

Фото №1 - Иглин районында кейеҙ һуғыу оҫталары семинары ойошторолдо

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ