Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар берлеге паспортта никахлашыу тураһында мисәтте ғәмәлдән сығарыуҙы тәнҡитләп сыҡты

Фото №1 - Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар берлеге паспортта никахлашыу тураһында мисәтте ғәмәлдән сығарыуҙы тәнҡитләп сыҡты

Ойошма етәксеһе Екатерина Лахова белдереүенсә, бындай ҡарарҙың сәбәбе бөтөнләй аңлашылмай. Ғаиләлә төп документ - паспорт, унда никах һәм балалар тураһында  мәғлүмәттәр мотлаҡ булырға тейеш, тине ул. Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, хәҙер паспортта никах һәм балалар тураһында мәғлүмәт граждандың теләге буйынса ғына теркәлә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ