Токиола ХХХII йәйге Олимпия уйындары башланды. Рәсәй йыйылма командаһы составында республиканан 5 спортсы сығыш яһай. Улар араһында кем еңеүгә дәғүә итә? Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов ошо һорауға яуап бирҙе.
Иртәгә Токиола тәүге миҙалдар уйнатыла. Олимпиада программаһына 50 спорт төрө индерелгән. Улар араһында карате, серфинг, ҡаяға үрмәләү һәм скейтбординг та бар.
Ярыштарҙың төп өлөшө 24 июлдән 8 августҡа тиклем дауам итә.
#олимпиада #Башкортостан




