Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сириус” үҙәге етәксеһе, Йәмәғәт халыҡ фронты штабы рәйестәше Елена Шмелева менән осрашты. Ултырыш “Торатау” конгресс-холында үтте. Унда ҡатнашыусылар белем биреү өлкәһен үҫтереү һәм Башҡортостандың йәш таланттарына ярҙам саралары тураһында фекер алышты.
Елена Шмелева республикала эшләп килгән программаларға юғары баһа бирҙе. Төрлө йүнәлештәге белгестәрҙе республикала ҡалдырыу маҡсатында мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бирелеүен телгә алды. “Бында һүҙ фән хаҡында ғына бармай, бында спорт та, сәнғәт тә, мәҙәниәт тә инә”, - тине Елена Шмелева. Ул Башҡортостанға эш сәфәренең һөҙөмтәле булыуын билдәләне.
Радий Хәбиров белдереүенсә, республика “Сириус” үҙәге менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. “Ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, яңы кимәлгә күтәрелергә кәрәк”, - тине Башҡортостан етәксеһе.






