Ғәҙәттән тыш хәл Яр буйы урамында теркәлгән. Бала 15-се ҡаттан ҡолаған. Әсәһе уны яңғыҙын бер аҙ ваҡытҡа ҡалдырып торған, шул арала ҡыҙ тәҙрә төбөнә менгән тигән фараз бар. Бала урында һәләк булған. Эске эштәр министрлығы балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, махсус йоҙаҡ йәки сетка ҡуйырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә.




