Республика әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау зоналарын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау зоналарын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Һүҙ Ҡуштау һәм Торатау, Ҡарламан мәмерйәһе, Туғар Салған күле, Охлебинин гипс мәмерйәһе, Ҙур Ҡалпаҡ ҡаяһы тураһында бара.

Был зоналар тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау маҡсатында булдырыла. Документта биләмәләрҙә рөхсәт ителгән һәм тыйылған талаптар билдәләнгән.

Фото №1 - Республика әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау зоналарын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйылды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ