Яуаплы һәм мөһим эш 1 августан 30-на тиклем үтәсәк. Микроиҫәпләү Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 30-сы декабрендә ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы башҡарыла.
Хисаплау процедураһы 4 100-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы һәм шәхси эшҡыуарҙарға, 800-ҙән ашыу ауыл хужалығы ойошмаһына, 680 меңгә яҡын шәхси ярҙамсыл хужалыҡҡа ҡағыласаҡ. Ойошмалар Росстаттың Web йыйылма системаһы аша мәғлүмәтте үҙҙәре тултырһа, айырым осраҡтарҙа респонденттар иҫәпкә алыу бланкына яҙа ала.
Иҫәп алыуға әҙерлек үткәреүселәр 1 июлдән, ә райондарҙа иструкторҙар 22-нән эш башланы. 29 июлдә иһә иҫәп алыусылар старт аласаҡ. Уларға махсус эмблемалы кейем бүленгән. Иҫәп алыу өсөн планшет компьютерҙары, плакаттар һәм шәхси һаҡланыу саралары менән ылау бөгөн республиканың 10 районына оҙатылды.
Гүзәл Борханова






