Башҡортостанда вакцинация дауам итә

Халыҡты коронавирус инфекцияһынан һаҡлауға йүнәлтелгән прививканы эшләтеү өсөн күсмә медицина пункттары хеҙмәте ойошторолдо. Улар район биләмәләрендәге сауҙа нөктәләрендә һәм ҙур предприятиеларҙа эшләй.

Мобиль пункттар баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә лә асылды. Күсмә пунктта график буйынса прививканың ике компонентын да ҡаҙатыу мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөлә йәшәүсе Тимур Йосопов баҡсасылыҡ ширҡәтендә вакцинация пункты ойошторолоуон ишеткәс тә прививкаға яҙылған. Йәйҙе баҡсалағы йортонда үткәрергә яратҡан ир поликлиникаға бармайынса ғына коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдырып, кире көндәлек мәшәҡәттәренә сумған.

Өфөнөң Киров районына ҡараған биш баҡсасылыҡ ширҡәтендә вакцинация әүҙем үтә. Бер аҙна эсендә 300-гә яҡын кеше прививка эшләткән. Күсмә мобиль пункт хеҙмәте менән йәштәр ҙә, өлкән йәштәге граждандар ҙа файҙаланған.

Өршәк, Түбәнге һәм Үрге Дудкин, Ҡамышлы тирмән комбинаты баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә вакцинация ике этапта үтәсәк. Процедура ваҡыты тураһында социаль селтәрҙәр һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иғландары аша хәбәр ителә. Яңауыл теплица комбинаты хеҙмәткәрҙәре ле күләмле вакцинацияға ҡушылды. Улар эш урынында прививка яһатты. Вакцина һалдырыусыларҙың күбеһе икенсе компонентты ҡаҙатып сертификат алды.

Белорет металлургия комбинатында ла вакцинация пункты эшләй. Бөгөнгә предприятела 800 хеҙмәткәр прививка ҡаҙатҡан. Коллектив иммунитетты күтәреү өсөн вакцина ҡаҙатыусылар һаны 4 меңгә еткереләсәк тип көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда вакцинация дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ