Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Өфө тарихы тураһындағы документаль фильмдың премьераһы үтте

Тәүгеләрҙән булып яңы кинотаҫма Иглин районы мәҙәниәт йортонда күрһәтелде. Фильмдың идеяһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдағы Указына бәйле. Уға ярашлы Башҡортостандың баш ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Фильм Президент гранттары фонды ярҙамында төшөрөлгән. Кинотаҫманың авторы һәм продюсеры Артем Вәлиев хәбәр итеүенсә, документаль фильм төбәк район-ҡалаларында график буйынса бушлай күрһәтеләсәк.

Бөйөк Ватан һуғышында дошманды еңеү өсөн республика халҡы күп көс һалған. Фильм Өфө яҙмышы тураһында ғына түгел, ул тыл шарттарында күп михнәттәр күргән Башҡортостан тураһында. Нәфис образдар аша тарихи факттарҙы сағылдырырға тырыштыҡ. Был фильмды киләсәк быуындар өсөн төшөрҙөк. Улар республика тарихы менән ғорурланасаҡ тип ышанам.

Артум Вәлиев, «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» фильмы авторы, продюсер
Фото №1 - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Өфө тарихы тураһындағы документаль фильмдың премьераһы үтте

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ