Был вазифаға Әлфир Байымов тәғәйенләнде. Ошо көндәрҙә республика вәкилдәре рәсми сәфәр менән Силәбелә булды. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев Силәбе өлкәһе вице-губернаторы Анатолий Векшин менән осрашты. Ике төбәкте электән тарихи-мәҙәни бәйләнештәр тоташтырып килә. “Силәбелә башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәнеүгә мөмкинлектәр булдырыу буйынса эш дауам итә”, - тине Урал Килсенбаев.
Башҡортостан вәкилдәре Силәбеләге башҡорт йәмәғәт ойошмалары ағзалары менән осрашты һәм бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мөһимлеген билдәләп үтте.
Силәбе башҡорттары өлкәлә даими ойошторолоп килгән “Балалар һабантуйы” байрамын федераль кимәлгә сығарыуҙа Башҡортостандан ярҙам һораны.




