Анастасия Галашина пневматик мылтыҡтан атыу буйынса икенсе урын алды. Беренселә – Ҡытай, өсөнсөлә – Швейцария вәкиле булды. Бөгөн Олимпия уйындарында 11 комплект миҙал уйнатыла. Башҡортостандан ил данын 5 спортсы яҡлай. Иртәгә яҡташтарыбыҙ Алһыу Минәзева – ишеу слаломы, Аделина Заһиҙуллина – рапирала миҙалдар өсөн көрәш башлай.




