Дүрт йөҙ һумлыҡ кеше ғүмере...

Дүртөйлө районы суды бөгөн такси водителен талау һәм үлтереүҙә ғәйепләнеүселәрҙең береһен 2 айға тәфтиш изоляторына оҙатты. 400 һумлыҡ табыш өсөн кеше ғүмерен ҡыйыуҙан тартынмаған аяуһыҙ пассажирҙар быға тиклем дә хөкөм ителгән булыуы асыҡланды. Әле уларҙың береһе реанимацияла. Уға ҡарата суд ҡарары һуңғараҡ иғлан ителәсәк. Бөгөнгө ултырышҡа БЮТ каналы хәбәрселәре лә шаһит булды.

Рәшәткә артында ҡыйыуһыҙ ғына баҫып торған Рәдиф Нурмөхәмәтовтың бөгөн ҡулы ҡалтырай. Әллә кисә эскән хәмер тынғы бирмәй, юҡһа бөгөнгө тулҡынланыумы. Күҙҙәрендә бушлыҡ, теле көрмәлә. Такси водителенең ғүмерен ҡыйған әҙәмдәрҙе полиция кисә ҡулға алды. Бөгөн уларҙың береһенә ҡарата тәфтиш осорона иркен сикләү ҡарары сығарылды. Ул заказға килгән такси водителенең аҡсаһын талаған.

Кеше ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнеүсе әлегә дауахана. Аяһыҙ пассажирҙарҙан һаҡланырға теләп такси водителе Фәһим Вәлиев уға ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсеп өлгөрә. Әммә көстәр тигеҙ булмай сыға. Пассажирҙары уны тәүҙә иҫәнгерәтә, һуңынан быуып үлтерә.

Водителдең кәүҙәһен канауҙа йәшергәндән һуң дуҫтар урланған Лада грантаға ултырып кәйеф сафа ҡорорға күрше ауылға йүнәлә. Юлда уларҙы такси хеҙмәткәренең коллегаһы күреп ҡала. Таныш машинала бөтөнөләй ят кешеләрҙең ултырыуына шикләнеп был хәлде улар полицияға белгертә. Автомобилдә ҡуйылған ДЖПИЭС системаһы ярҙамында тәртип һаҡлау органдары енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙең эҙенә тиҙ арала төшә.

Башта иҫеректәрҙең бөтөнләй башҡа такси водителен саҡыртыуҙары билдәле. Әммә ул эштең нимә барыуын тойомлап ирҙәрҙе машинаһынан төшөрөп ҡалдыра.

Рәдиф Нурмөхәмәтов быға тиклем урлашыу өсөн хөкөм ителгән һәм язаһын тулыһынса тултырып та өлгөрмәгән. Уның 27 йәшлек әшнәһе Денис Кәлимуллин урлашыуҙан тыш кеше үлтереүгә янау өсөн хөкөм ителгән булған.

5 йыл такси хеҙмәтендә эшләгән Фәһим Вәлиевтың ғүмеренә икенсе тапҡыр һөжүм иткәндәр. Тәүгеһенән ул уңышлы ҡотолоп ҡалған. Бөгөн ир тупраҡ ҡуйынына тапшырылды. Ҡанһыҙ пассажирҙарҙың ҡулынан һәләк булған такси водителе тыуған ауылы Исмаилдә ерләнде. Уның ҡатыны, ике ҡыҙы һәм оло йәштәге инвалид әсәһе ҡалды.

Фото №1 - Дүрт йөҙ һумлыҡ кеше ғүмере...

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ