Республика башлығы Радий Хәбиров йәй аҙағына төҙөлөш эштәрен өлөшләтә тамамлап, заманса төҫ аласаҡ йәмәғәт биләмәһен халыҡ өсөн асырға ҡушты. Киләһе йыл майҙанда легендар генерал, Рәсәй геройы Миңлеғәли Шайморатовтың һәйкәле лә ҡуйыласаҡ. Әлегә Совет урамында төҙөлөш эштәре тамамланған, юл участкаһындағы үҙгәрештәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнөң Совет урамы төнгө ваҡытта хәҙер күпкә яҡтыраҡ буласаҡ. Башҡортостанда етештерелгән заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Юл участкаһының асылыуға техник яҡтан әҙерлеген республика башлығы Радий Хәбиров та юғары баһаланы. Автомобилдәр бер яҡҡа табан, Октябрь Революцияһы урамынан Пушкин урамына тиклем хәрәкәт итәсәк. Асфальттағы һары билдә водителдәргә туҡталыш рөхсәт ителмәүен иҫкәртә. Ә инде яҡындағы юғары уҡыу йорто студенттары өсөн ял зонаһы киңәйтелгән. Эскәмйәләр төҙөлөшө буйынса амфитеатрҙы хәтерләтә.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы скверҙар ҙа төҙөкләндерелгән. Йәштәр өсөн заманса йәмәғәт биләмәһе ойошторолған.
Совет урамындағы ыңғай үҙгәрештәр – күптән көтөп алынған ваҡиға. Сөнки баш ҡала үҙәгендәге биләмә быға тиклем автомобиль тығындары менән генә танылған ине.
Биләмәлә күләмле йәшелләндереү эштәре планлаштырылған. Йәмәғәтселектән һорау алыу барышында, урындағы халыҡ биләмәлә саған ағасы ултыртыуҙы һайлаған. Төбәк етәксеһе менән осрашыуҙа ла улар күләмле төҙөлөштө ҡыуанып күҙәтеүҙәрен билдәләне. Барлыҡ тәҡдимдәр ҙә үтәлә.
Етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел, республика башлығы Радий Хәбиров күп ҡатлы йорттарҙың тәүге ҡатында урынлашҡан ойошмаларға инеү урындарын, шул уҡ ваҡытта эргәләге төрлө ведомство-министрлыҡтарҙың тышҡы яғын төҙөкләндерергә ҡушты. Совет майҙанына илткән урам балҡырға тейеш.
Совет майҙанына килгәндә, реконструкция эштәре дауам итә. Әлегә юлға көсәйтелгән гранит плита һалына. Шул уҡ ваҡытта Пушкин урамы буйлап хәүефһеҙлек ҡоймаһы ҡуйылған, уны бордюр менән нығытыу планлаштырылған.
Ҡасандыр машиналар менән тулы биләмәлә ҡоро фонтан төҙөлөшө лә тамамланған, инженер селтәрҙәр һуҙылған. Ҡоролманың 292 форсункаһы барлығы билдәле, тиҙҙән ер аҫтынан алты метр бейеклеккә тиклем һыу урғыласаҡ.
Фонтан киске ваҡытта сағыу төҫкә инеп, музыка уйнаясаҡ. Белгестәр заманса төҫ аласаҡ йәмәғәт биләмәһен Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙандан һис тә ҡалышмаҫ тигән фекерҙә. Туристарҙы үҙенә ылыҡтырыр көскә эйә буласаҡ. Ни тиһәң дә, бында киләһе йыл 112-cе башҡорт атлы дивизияһының легендар командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Минһаж улы Шаймортовҡа һәйкәл дә ҡуйыла. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса скульптор Салауат Щербаковтың проекты иң уңышлыһы тип табылған. Биләмәне колонналар теҙмәһе менән байытыу ҙа ҡаралған.
Совет майҙанындығы төҙөлөш эштәре киләһе йыл тамамланыр тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта республика башлығы Радий Хәбиров 1 сентябргә биләмәне өлөшләтә асырға ҡушты.
Гөлназ Хәйбуллина






