Һәләтле йәштәргә ярҙам системаһы камиллаштырыласаҡ

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Сириус» мәғариф үҙәге етәксеһе Елена Шмелева менән осрашыуында билдәләне. Эшлекле һөйләшеүҙә шулай уҡ университет-ара кампус төҙөлөшө, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәген үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Төбәк етәксеһе ил кимәлендә билдәле йәмәғәт эшмәкәренә республикала һәләтле балаларҙы асыҡлап, уларҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткәненә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Хочу передать вам слова благодарности от учащихся Башкортостана за возможность пройти обучение по образовательным программам центра «Сириус» в Сочи. Уже 976 наших школьников получили новые навыки и компетенции.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Башҡортостан Хөкүмәте юғары белем һәм фәндең стратегик үҫеше йүнәлешендә эшләй. Былтыр Евразия ғилми-мәғариф үҙәге федераль статус алды, киләһе йылдарға ла амбициялы пландар ҡоролған. Фекер алышҡандан һуң Радий Хәбиров Елена Шмелеваға үҙәктең күҙәтеү Советына инергә тәҡдим етте. Йәмәғәт эшмәкәре үҙ сиратында республикала йәш талантарҙы үҫтереү, заманса мәғариф һәм ҡала мөхитен булдырыуға ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе.

Ваше предложение очень интересное, и я с удовольствием войду в состав Наблюдательного совета научно-образовательного центра. Понимаю, что его деятельность во многом будет определять и параметры межвузовского студенческого кампуса, который строят в Уфе. Мы могли бы объединить эти проекты, показав возможности республики по развитию талантов, созданию современной образовательной и городской среды.

Эш сәфәре барышында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәше Елена Шмелева Башҡортостандың идара итеү үҙәгендә лә булды. Социаль коммуникациялар блогында «Инцидент-менеджмент» программаһы, кире бәйләнеш платформаһы һәм заманса мәғлүмәт системалары менән танышты. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәрҙәге халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләй, килеп сыҡҡан мәсьәлә сәбәптәрен асыҡлап, уны оператив хәл итеүгә булышлыҡ итә.

Фото №1 - Һәләтле йәштәргә ярҙам системаһы камиллаштырыласаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ