Стратегик сессия ултырышында йәш һәләттәргә ярҙам итеү һәм фәнде үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Елена Шмелева әйтеүенсә, Башҡортостанда таланттарҙы үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр булдырылған.
Башҡортостанда “Сириус” мәғариф үҙәге нигеҙендә “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге булдырылды. “Киләсәктә республика район һәм ҡалаларында ла ошондай үҙәктәр барлыҡҡа килә”, - тине Радий Хәбиров.
“Аврора” таланттар үҫтереү үҙәге етәксеһе Айҙар Сәйғәфәров белдереүенсә, республикалағы һәр бала төрлө йүнәлеш буйынса һәләтен үҫтерә ала.
Башҡортостанда “Кванториум” технопарктары ла эшләй, мәктәптәрҙә “Үҫеш нөктәһе” тигән мәғариф үҙәктәре булдырылды. Яҡын арала Өфөлә IQ-парк асыла. Бында ғалимдар һәм уйлап табыусылар проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр таба аласаҡ.






