Рәсәй командаһы составына беҙҙең республиканан 5 кеше йәлеп ителде. Исемлектә спортсылар күберәк булыуы мөмкин ине. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында Олимпия уйындарына бара алмай ҡалды. Республика Спорт министры Руслан Хәбибов бындай хәлде ошолай аңлатты.
Бөгөн Токиола Йәйге Олимпиадала 11 комплект миҙал уйнатыла. Бынан тыш, квалификация ярыштары һәм командалар араһында төркөмдәрҙә уйындар үтә. Волейбол буйынса Рәсәй ир-егеттәр командаһы тәүге осрашыуҙа Аргентинаны 3-1 иҫәбенә еңде. Милли команданың тренерҙар штабында Өфөнөң “Урал” волейбол клубы баш тренеры Игорь Шулепов бар.




