Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә шул турала яҙа. “Бөгөн Совет урамын техник яҡтан ҡабул итәбеҙ. Бөтәһе лә эшләнеп бөтмәгән, әлбиттә. Әммә яңылыҡ һулышы һиҙелә. Йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар, уңайлы урындар күбәйҙе, дөрөҫ эшләнгән скверҙар асылды. Бөгөн миңә халыҡ йүкәләрҙе алып ташламаған өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҡороғандарын алып ташланыҡ, ҡалғандары ҡалды”, - тип яҙа Радий Хәбиров. Киләсәктә Совет майҙаны янында кафе, ресторан һәм йәйге верандалар барлыҡҡа килергә тейеш.






