Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыларын атанылар

Баш ҡалала “Йыл уҡытыусыһы”, шулай уҡ “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурстарына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр тәбрикләнде. Ике бәйгелә барлығы 60 педагог ҡатнашты.

“Йыл уҡытыусыһы” исеменә 39-сы гимназиянан инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сафиуллина лайыҡ булды. Башҡорт теленән 5-се лицей уҡытыусыһы Нурзилә Нәҙерғолова, татар теле буйынса 98-се лицейҙан Ирина Сәмиғуллина еңде.

Абсолют еңеүсе тип 51-се мәктәптән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Исакова танылды. Ул республика кимәлендә үтәсәк “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында Өфө исеменән ҡатнашасаҡ.

“Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы” конкурсы 20 йыл рәттән уҙа. Ошо арала унда йәмғеһе 2,5 меңдән ашыу уҡытыусы ҡатнашты, 400-ҙән ашыуы лауреат булды. Өфө уҡытыусылары 18 тапҡыр республика “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә еңеүгә өлгәште.