Был турала Балтас районында урып-йыйыу мәсьәләлренә арналған семинар-кәңәшмәлә әйтелде. Фекер алышыу «Правда» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында үтте. Тәжрибә уртаҡлашыуҙа райондың фермер хужалыҡтары етәкселәре, ветеринария идаралығы белгестәре, сорт һынау участкаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Башта улар предприятие баҫыуҙарындағы иген культураларының уңыш күләме менән яҡындан танышты. «Правда» хужалығы 4 йыл ноу тил технологияһы буйынса эшләй. Ҡоролоҡ йылында гектар ҡеүәте түбәнерәк булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙәти ер эшкәртеү алымын ҡулланған күршеләргә ҡарағанда уңыш 35 процентҡа юғарыраҡ тип билдәләй «Правда» ауыл хужалығы етәксеһе Фидат Фәритов
Йылдың эҫе һәм ҡоро килеүе сәбәпле быйыл республиканың төньяҡ өлөшөндә лә ураҡ кәм тигәндә ике аҙнаға иртәрәк башланған. Балтас районында быйыл 32 мең 700 гектарҙа ураҡ эштәрен башҡарып сығыу бурысы тора. Уңыш кимәле йылдағынан яҡынса 8 центнерға аҙыраҡ. Шуға ла төбәктә быйыл башлыса ужым культураларына өмөт ҙур.
Рафиҡ Әхмәтшин




